Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Декабрь 2022, 15:30

Саҡмағошта – яңы фельдшер-акушер пункты

Әле унда ҡорамалдар һәм йыһаздар ҡуйыла, бер үк ваҡытта лицензиялау процесы бара.

Саҡмағошта – яңы фельдшер-акушер пункты
Саҡмағошта – яңы фельдшер-акушер пункты

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырылған "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының (национальный проект "Здравоохранение") "Беренсел звеноны яңыртыу" программаһына ярашлы, Саҡмағош районының Әхмәт ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө.

Ул Саҡмағош үҙәк район дауаханаһынан 32 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Фельдшер-акушерлыҡ пунктының хеҙмәтләндереү радиусы ике саҡрым тәшкил итә. Әле Әхмәттәге пунктҡа ҡорамалдар һәм йыһаздар ҡуйыла, бер үк ваҡытта лицензиялау процесы бара.

Фельдшер-акушерлыҡ пунктында Әхмәт ауылы халҡына элеккенән яҡшыраҡ, сифатлыраҡ медицина ярҙамы күрһәтәсәктәр. Хеҙмәтләндерелгән кешеләрҙең дөйөм һаны 222 тәшкил итә, шул иҫәптән 18 йәшкә тиклемге балалар - 41, эшкә һәләтле йәштәгеләр - 113, өлкәндәр - 68 һәм инвалидтар - 18. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында ҡабул итеү, процедуралар үткәреү, дарыуҙар һаҡлау бүлмәләре бар.

Фельдшер-акушерлыҡ пунктында һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн уңайлыҡтар күҙ уңында тотолған. Бында фельдшер Айһылыу Яҡупова эшләйәсәк. Ул юғары квалификация категорияһына эйә.

Халыҡ ФАП асылғанды түҙемһеҙлек менән көтә.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: health.bashkortostan.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: