

Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") ярҙамында Рәсәйҙә юл селтәрҙәрен үҫтереү дауам итә.
Ил төбәктәре халҡы ыңғай үҙгәрештәрҙе билдәләй: халыҡтың 52 проценты автомобиль юлдарының сифаты менән ҡәнәғәт, шулай уҡ юл-транспорт инфраструктураһының яҡшырыуын билдәләй. Был турала Федераль юл агентлығы коллегияһы ултырышында ведомство башлығы Роман Новиков белдерҙе. Мәғлүмәттәр 2022 йылдың декабрендә Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге үткәргән тикшереү һөҙөмтәһендә алынған.
"Быйыл юл эштәренең күләме, федераль финанслау менән бөтә программаларҙы тормошҡа ашырыуҙы иҫәпкә алғанда, 165 миллион квадрат метрҙан ашыу - юл хужалығы тарихындағы иң юғары күрһәткес. Кешеләр масштаблы үҙгәрештәрҙе үҙ күҙҙәре менән күрә, шуға күрә халыҡ араһында юлдар менән ҡәнәғәтлек арта - бер йылда был күрһәткес өс процентҡа күтәрелгән", - тип билдәләне Федераль юл агентлығы етәксеһе Роман Новиков.
170 мең респондент ҡатнашҡан һорау алыу илдең барлыҡ 85 төбәгендә уҙғарылған.
Мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостан халҡының яртыһынан ашыуы юл инфраструктураһын яҡшыртыу йәһәтенән башҡарылған эштәрҙе ыңғай баһалай. Республика буйынса күрһәткес - 52 процент. Һорау алыныусылар юлдарҙы ремонтлау күләмен, сифатын арттырыу мөһимлеген, яңы трассалар, юл участкалары, күперҙәр һәм транспорт инфраструктураһы төҙөлөшөн төп ыңғай үҙгәрештәр тип иҫәпләй.
"Быйыл республика "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты сиктәрендәге сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 14 миллиард һумдан ашыу аҡса алды, - ти транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Ғарипов. - Был дөйөм оҙонлоғо 168 саҡрымдан ашыу автомобиль юлдарын реконструкциялау, капиталь ремонтлау, шулай уҡ һигеҙ күперҙе ремонтлау мөмкинлеген бирҙе. Киләһе йылда милли проект сиктәрендә 175 саҡрым оҙонлоҡтағы юлдарҙы яңыртыуҙы дауам итергә ниәтләйбеҙ", - тине ведомство етәксеһе.
"Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проектының төп маҡсаты – халыҡтың йәшәү сифатын арттырыу. Мәғлүм булыуынса, 2030 йылға норматив тороштағы төбәк трассаларының өлөшө - 60, агломерацияларҙың урам-юл селтәре өлөшө 85 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш.
Фото: transport.bashkortostan.ru
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан