Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, "Йылдың иң яҡшы социаль проекты" Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы еңеүселәре билдәләнде.
Социаль эшҡыуарҙар һаны буйынса Башҡортостан илдә икенсе урынды биләй. Был өлкәне үҫтереү өсөн шарттар булдырылыуы – республиканың ҙур ҡаҙанышы. Быйыл 138 социаль эшҡыуар төрлө гранттарға эйә булған. Социаль бизнес өҫтөнә ҙур яуаплылыҡ алып, дәүләткә социаль өлкәлә торған бурыстарҙы үтәргә ярҙам итә.
Конкурсҡа 61 ғариза бирелгән. Проекттарҙы баһалағанда уларҙың көнүҙәклеге, социаль мөһимлеге, иҡтисади һәм инновацион мөмкинлектәре, мәғлүмәт асыҡлығы иҫәпкә алына.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса ете лауреат билдәләнгән. Еңеүселәр республиканы федераль кимәлдә күрһәтәсәк.
Конкурс "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына (нацпроект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") ярашлы үткәрелә. Был милли проект, башҡа күп төрлөләре менән бер рәттән, ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланып, эшҡыуарҙарға мөмкин булған ярҙамды күрһәтеүҙе, уларҙы әүҙем социаль эшмәкәрлеккә йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота.
Мәғлүмәт, фото: bashkortostan.ru
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан