Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Декабрь 2022, 13:30

Иглин мәктәбенә – яңы музыка ҡоралдары

Бының өсөн һигеҙ миллион һум самаһы аҡса бүленгән.

Иглин мәктәбенә – яңы музыка ҡоралдары
Иглин мәктәбенә – яңы музыка ҡоралдары

М. Хисмәтуллин исемендәге Иглин балалар музыка мәктәбе яңы музыка ҡоралдары, ҡорамалдар һәм уҡыу әҙәбиәте менән байытылған, тип хәбәр итә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған "Мәҙәниәт" милли проекты (национальный проект "Культура") ярҙамы менән атҡарылған.

Фортепиано кластары дүрт "Николай Рубинштейн" фортепианоһы менән тулыландырылған, концерт залы өсөн шул уҡ маркалы рояль һәм һанлы "Yamaha" пианиноһы алынған. Хәҙер халыҡ музыка ҡоралдары класында "Юпитер ЛЮКС" концерт баяны бар. Кластағы дәрестәр өсөн ике "Тула" баяны һатып алынған. Гитара класына ла – профессиональ инструменттар, бейеү залында шөғөлләнер өсөн – ике рәтле хореографик станоктар, ә хор кластары өсөн өс яруслы хор станоктары. Китапхана фонды нота һәм уҡыу әҙәбиәте менән байытылған.

Иглин музыка мәктәбенең матди-техник базаһын яңыртыу өсөн "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса федераль, республика һәм район бюджеттарынан бөтәһе һигеҙ миллион һум самаһы аҡса бүленгән.

Фото: culture.bashkortostan.ru

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Иглин мәктәбенә – яңы музыка ҡоралдары
Иглин мәктәбенә – яңы музыка ҡоралдары
Иглин мәктәбенә – яңы музыка ҡоралдары
Иглин мәктәбенә – яңы музыка ҡоралдары
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: