

Бәләбәйҙә "Өҫән" паркы төҙөкләндерелгән. Эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектына (национальный проект "Жилье и городская среда") ярашлы башҡарылған. Был хаҡта республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итә.
Был милли проекттың төп бурыстарының береһе – халыҡтың тормош кимәлен яҡшыртыу, балалар һәм үҫмерҙәргә ял итеү урындары булдырыу. Бәләбәй районы хакимиәтенең архитектура бүлегендә әйтеүҙәренсә, парк ҡалалағы төҙөлөш барышын, үҙәк өлөштән алыҫлыҡты, халыҡ тығыҙлығын, кешеләрҙән килгән тәҡдимдәрҙе күҙ уңында тотоп һайланған.
Парк биләмәһе яҡтыртылған, юлдары һәм тротуарҙары асфальтланған, уйын һәм спорт комплекстары булдырылған, йәнәшәләге биләмәләр төҙөкләндерелгән, уңдырышлы тупраҡ алып килеп, үҫентеләр ултыртылған. Диңгеҙ буйына оҡшатып эшләнгән төҫлө үҫтереүсе балалар майҙансығы хәҙер балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе ҡыуандыра, ә күнегеү ҡорамалдары ҡуйылған универсаль спорт майҙансығы спорт һөйөүселәрҙе йәлеп итә.
Фото: bash.news
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан