Балаҡатай районының Яңы Балаҡатай ауылында парк булдырылған. Ул "Нефтсе" тип атала.
Заманса ял итеү зонаһына халыҡ теләп йөрөй. Яҡшы яңылыҡ менән социаль селтәрҙә Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Мәсхүт Миңлеғәлин уртаҡлашҡан.
Биләмәлә скейт-парк, күп функциялы күнекмә комплексы, балалар өсөн спорт һәм уйын майҙансығы, шулай уҡ универсаль спорт майҙансығы урынлашҡан. Һуңғыһында баскетбол, волейбол һәм мини-футбол уйнарға мөмкин. Бынан тыш, паркта яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған, шуға күрә бында кисен дә килергә мөмкин.
Парк Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының (нацпроект "Жилье и городская среда") "Уңайлы ҡала мөхите булдырыу" федераль проекты нигеҙендә төҙөкләндерелгән. Барыһы ла тейешле талаптарға ярашлы тормошҡа ашырылған: "Нефтсе" кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуҙы һәм халыҡ өсөн уңайлы мөхит булдырыуҙы күҙ уңында тота.
Фото М. Миңлеғәлиндең социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан