Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Декабрь 2022, 10:30

Быйыл өсөнсө ФАП асылды

Ҡариҙел районында быйыл өсөнсө фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Быйыл өсөнсө ФАП асылды
Быйыл өсөнсө ФАП асылды

Ҡариҙел районында быйыл өсөнсө фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Тайҡаш ауылындағы был яңы ФАПты асыу “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект “Здравоохранение”) сиктәрендәге тәүге медицина-санитар ярҙамы күрһәтеү программаһына ярашлы тормошҡа ашырылды.

“Ауыл халҡы өсөн уның әһәмиәте бик ҙур, сөнки фельдшер-акушерлыҡ пункты табиптарҙың медицина ярҙамын ваҡытында һәм сифатлы итеп күрһәтә алыуына йоғонто яһай”, – тип әйтелә Министрлыҡ биргән мәғлүмәттә. – “Хәҙер Тайҡаш халҡына дауаланыу өсөн алыҫҡа барып йөрөүҙең кәрәге юҡ”.

Яңы ФАП бөтә тейешле медицина ҡорамалдары һәм мебель менән йыһазландырылған, бина һыу, канализация һәм электр йылытыуы менән тәьмин ителгән.

 Фото: “Башинформ”.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты# региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: