Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Декабрь 2022, 12:30

“Минең бизнесым” үҙәгенең яңы бүлексәһе асылды

Ул - Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында үҙәктең берҙән-бер офисы

“Минең бизнесым” үҙәгенең яңы бүлексәһе асылды
“Минең бизнесым” үҙәгенең яңы бүлексәһе асылды

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Үрге Ҡыйғы ауылында “Минең бизнесым” үҙәгенең яңы бүлексәһе асылды. Әле бындай офистар республиканың 11 муниципалитетында: Өфө, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Октябрьский, Нефтекама, Салауат, Бәләбәй, Учалы ҡалаларында, Ҡариҙел, Саҡмағош һәм Үрге Ҡыйғы ауылдарында эшләй. Йыл аҙағына тиклем Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы Белоретта йәнә бер бүлексә асыу күҙаллана.

 – Әлеге офис – Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында “Минең бизнесым” үҙәгенең берҙән-бер бүлексәһе. Ул Ҡыйғы районы һәм тағы ла ете муниципалитет йүнселдәренә эшҡыуарлыҡты тормошҡа ашырыу тураһындағы мәғлүмәт менән йылдам һәм ентекле танышыу мөмкинлеге бирәсәк. Бында шәхси эшҡыуарҙы йәки яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтте теркәргә, иҫәп асырға, һалым һалыу системаһын һайларға була. Бынан тыш, үҙәк белгестәре эшҡыуарлыҡҡа ғәмәлдәге дәүләт ярҙамы саралары буйынса консультация бирәсәк, ә был хәҙерге ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә, – тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Үрге Ҡыйғыла офис асылғандан һуң, унда “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” булды. Шәхси эшҡыуарҙар Зилә Хәбибуллина ултырышта экологик яҡтан таҙа ер еләге үҫтереү проекты тураһында һөйләне, ә Фидан Минһажев Ҡолмәт ауылындағы туристик базаны киңәйтеү һәм глэмпингтар төҙөү проекты менән таныштырҙы.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/375643#scroll

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: