Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә.
Әбйәлил районынан бизнес-шәриф Артур Дәүләтбаев хәбәр итеүенсә, яңы торлаҡ йорттар һәм объекттар төҙөү һәр ваҡыт көнүҙәк, ә кәрәкле төҙөлөш материалдарының береһе булып тимер-бетон ҡулсалар тора. Ансар Өмөтҡужин үҙ бизнесын башлау өсөн тап ошо өлкәне һайлаған. 2022 йылдың сентябрендә ул “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә консультация һорап мөрәжәғәт иткән. Эшҡыуарға муниципаль программала ҡатнашырға һәм сығымдарҙың бер өлөшөн ҡапларға кәңәш ителгән. Һәм йүнсел сеймалға сығымдарҙы ҡаплауға финанс ярҙамы алған.
Ҡулса яһау менән Ансар Өмөтҡужин 2019 йылда уҡ шөғөлләнә башлаған. Уның цехы Дәүләт ауылында урынлашҡан, ә бөтәһе өс кешегә эш урыны булдырылған. Ваҡ-төйәккә тиклем төҙөлгән етештереү линияһында тимер-бетондан яһалған ҡулсалар бер нисә параметр буйынса эшләнә. Заказдар күләме әлегә ҙур түгел - көнөнә 10-13 ҡулса, әммә артабан киңәйтеү пландары бар. Киләһе йылда эшҡыуар өҫтәмә ҡорамалдар һатып алырға һәм етештереүҙе арттырырға уйлай.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға йәлеп итеү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Фото: Артур Дәүләтбаев.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан