Борай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Айһылыу Фәхретдинова Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылған “Агростартап” программаһы буйынса грант алған 39 йүнсел иҫәбенә инде.
Айһылыу һәм Илнур Фәхретдиновтар Борай районында ит һәм һөт малсылығын үҫтерергә ниәтләй. Грант аҡсаһына улар “симменталь” тоҡомло таналар һатып алған да инде.
– Ауылда үҫкәс, ер эшен яҡшы беләм, бала саҡтан атай-әсәйемә хужалыҡта ярҙам иттем. Ике йыл элек Дүсмәт ауылындағы малсылыҡ фермаһын һатып алып, ремонтланыҡ һәм мал үрсетә башланыҡ. Ул осорҙа үҙебеҙҙең хужалыҡта 10 баш һыйыр малы, һарыҡ, кәзә, ҡуян аҫрай инек. Бының менән генә сикләнмәҫкә, “Агростартап” программаһында ҡатнашырға булдыҡ. Был беҙгә 30 баш тоҡомло тана һатып алырға мөмкинлек бирҙе. Әле мал һанын үрсетергә, ит һәм һөт етештерергә ниәтләйбеҙ, – ти йүнсел.
Бынан тыш, Фәхретдиновтар малды аҙыҡ менән тәьмин итеү өсөн 200 гектар ерҙә иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар үҫтереү менән дә шөғөлләнә.
Ә. ӘЙҮПОВА