Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Декабрь 2022, 13:15

Инвестициялар сәйәсәте менән ҡәнәғәтһегеҙме?

Яңы платформала эшҡыуарҙар үҙ фекерен белдерә ала.

Инвестициялар сәйәсәте менән ҡәнәғәтһегеҙме?
Инвестициялар сәйәсәте менән ҡәнәғәтһегеҙме?

Йыл башында Башҡортостандың инвестиция порталында эшҡыуарҙар өсөн 19 тематик блоктан торған хеҙмәтләндереү өлкәһендә ҡәнәғәтлек кимәлен билдәләү буйынса һорау алыу модуле - INVESTRB.RU эш башланы.

Һөҙөмтәлә бөгөн һорау алыу модуле һиҙелерлек үҙгәрҙе, ул аноним көйләүҙе үҙ эсенә ала, һорауҙар еңелләште, уларҙың һаны кәмене.

- Һорау алыу модуле — бизнес менән бәйләнештә булырға, уның тәҡдимдәрен тыңларға һәм файҙалы һанлы хеҙмәттәр булдырырға мөмкинлек биргән ҡорал. Эшҡыуарҙар үҙҙәренә күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын баһалай, тәҡдимдәрен, теләктәрен ҡалдыра. Ҡулайлаштырыу арҡаһында һорау алыуҙар аноним рәүештә үткәрелә, шул уҡ ваҡытта ҡулланыусының һорауы буйынса кире бәйләнеш һәм бәйләнеш мәғлүмәте өсөн блок булдырҙыҡ.

Был артабан аралашыу, шулай уҡ эшҡыуарҙы инвестициялар һәм эшлекле климатты яҡшыртыу буйынса Проект идаралығы ултырыштарында комментарийҙар һәм тәҡдимдәр буйынса берлектәге фекер алышыуға саҡырыу өсөн мөһим, — тине Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.

Бизнес-берләшмәнән фекерҙәр йыйыу хеҙмәттәр күрһәтеүҙәге етешһеҙлектәрҙе генә түгел, ә иң яҡшы тәжрибәләрҙе анализлау һәм асыҡлау өсөн анкета һорауҙары аша үткәрелә. Һорау алыу модуле ярҙамында эшҡыуарҙарға бизнес алып барыу шарттарын, бизнес өсөн ярҙам саралары һәм хеҙмәттәр күрһәтеү мөмкинлеген, инвестиция инфраструктураһы кимәлен һәм башҡа параметрҙарҙы баһалау мөмкинлеге бирелә. Нәҡ улар тарафынан республикала эшҡыуарлыҡ мөхите баһалана.

19 тема араһында Башҡортостандың Һанлы үҫеш министрлығының эшмәкәрлегенә туранан-тура ҡағылышлы һорау алыу бар — был төбәктә телекоммуникация хеҙмәттәренең сифатын баһалау өсөн кәрәк. Һорау алыу төбәктә уңайлы йәшәүгә һәм бизнес алып барыуға йоғонто яһаусы элемтә инфраструктураһын үҫтереү проблемаларын асыҡлау маҡсатында үткәрелә, тип өҫтәне министр урынбаҫары.

— Төбәк IT-компаниялары эске программа тәьминәтен уйлап сығарыу һәм файҙаланыу менән туранан-тура шөғөлләнә. Уларҙың күбеһенең үҙ продукттары бар, уларҙы Рәсәй Һанлы үҫеш министрлығы «Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады» милли проекты (национальный проект “Цифровая экономика Российской Федерации”)  сиктәрендә тормошҡа ашыра. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған сара сиктәрендә үҙ бизнесын үҫтереүҙә һөҙөмтәлелекте арттырған технологияларға айырым иғтибар бүленәсәк, — ти Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: