Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Декабрь 2022, 12:15

Йәрмәкәйҙәр бәйгеләрҙә ҡатнаша

Музейға матди-техник базаһын нығытыуға 120 мең һумға яҡын аҡса бүленгән.

Йәрмәкәйҙәр бәйгеләрҙә ҡатнаша
Йәрмәкәйҙәр бәйгеләрҙә ҡатнаша

Йәрмәкәй районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, райондың мәҙәниәт учреждениелары дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса республика конкурстарында даими еңеү яулай.

Йәрмәкәй тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы ла күптән түгел “Иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеларына дәүләт ярҙамы” конкурсында ҡатнашты. Мәғлүм булыуынса, был конкурс Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының (национальный проект “Культура”) “Ижад кешеләре” төбәк проектына ярашлы уҙғарыла.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса музей матди-техник базаһын нығытыуға 120 мең һумға яҡын аҡса алды. Уға ноутбук, башҡорт һәм татар милли кейеме һатып алынды. “Ауыл мәҙәниәт учреждениеларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы” конкурсындағы субсидияға Йәрмәкәй район балалар китапханаһы китапханасыһы Румия Мифтахова лайыҡ булды.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: ermekeevo.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/376018#scroll

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: