Кисә Хәйбулла районы хакимиәтендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проектына ярашлы, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған Илгизә Юлдашбаеваға фатир асҡысы тапшырылды.
Был турала район башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙҙы.
"Торлаҡлы булыу бәхетенә бөгөн Садовый ауылынан Илгизә Юлдашбаева эйә булды. Торлаҡ етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү дәүләт программаһы сиктәрендә бирелде. Илгизә бөгөнгө көндә инженер булып эшләй, киләсәктә фатир һәм өй туйлау планлаштырыла. Илгизә ун икенсеһе - ошо программа сиктәрендә торлаҡ алған быйылғы йылда иң һуңғы район кешеһе. Был программаны тормошҡа ашырыу буйынса эште яңы йылда ла әүҙем дауам итәсәкбеҙ. Был мөһим ваҡиға менән Илгизәне ихлас күңелдән ҡотлайым. Яңы йылда, яңы фатирҙа уның тормошонда тик яҡшы мәлдәр генә булһын! - тип яҙған Рөстәм Динислам улы.
Был эштәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.