Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Декабрь 2022, 11:30

Ҡалтасы ауылында кинозал асылған

Республикабыҙҙа тағы бер мәҙәни үҙәк асылған. Ул – Ҡалтасы ауылындағы "Еңеү" кинозалы.

Ҡалтасы ауылында кинозал асылған
Ҡалтасы ауылында кинозал асылған

Дәүләт етәксеһе В.В. Путиндың май указына ярашлы барлыҡҡа килгән "Мәҙәниәт" милли проектын (национальный проект "Культура") тормошҡа ашырыуға ярашлы, республикабыҙҙа тағы бер кино залы асылған. Ул – Ҡалтасы ауылындағы "Еңеү" кинозалы.

Бында үҙебеҙҙең илдә төшөрөлгән һәм сит ил фильмдарын, балалар өсөн күңелле төҫлө йәнһүрәттәрҙе ҡарарға мөмкин буласаҡ. Зал заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

"Ҡалтасыла кинозал тағы эшләй башланы. Репертуарын кино залының төркөмөндә табырға мөмкин», – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин.

«Мәҙәниәт» милли проектының төп йүнәлеше – ил халҡының мәҙәни ҡиммәттәр менән танышыуҙа, уларҙы ойоштороуҙа ҡатнашыу мөмкинлектәрен арттырыу. Башҡортостанда был милли проект уңышлы тормошҡа ашырылып килә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: vk.com/rdkkaltasy

Ҡалтасы ауылында кинозал асылған
Ҡалтасы ауылында кинозал асылған
Ҡалтасы ауылында кинозал асылған
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: