«Социаль эшҡыуарлыҡ табыш килтереүгә генә ҡайтып ҡалмай, ул йәмғиәттә булған мөһим проблемаларҙы хәл итеү, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса эш алып барырға булышлыҡ итә. Беҙ был төр бизнесҡа ярҙам итеүҙе һәр саҡ иғтибар үҙәгендә тотабыҙ, шул уҡ ваҡытта ҡабул ителгән ҡарарҙар, бүленгән ярҙам маҡсатлы тотоноламы-юҡмы икәнлеге лә – күҙ уңында. Үтеп барған йылда бигерәк тә йәш эшҡыуарҙарға һәм төрлө ҡул эштәре менән шөғөлләнгән оҫталарға ярҙам иттек, – тип билдәләп китте был йәһәттән БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Грант алыусылар исемлегенә күҙ һалһаҡ, башлыса белем биреү, һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәттәр күрһәтеү, сауҙа, мәҙәниәт, спорт, ял һәм күңел асыу ойоштороу өлкәһендә эшләүсе йүнселдәр ярҙам алған. Йәштәргә килгәндә, гранттар уларға бигерәк тә эшкәртеү цехтары, ресторан, тауар килтереү (ташыу) эшен асыуға бирелгән.
Әйткәндәй, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү йүнелешендә ил Президенты Владимир Путиндың “май" указдарына ярашлы эшләп килгән был милли проект (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") 2019 йылдан алып ил кимәлендә меңәрләгән эшҡыуарҙарға, йәш кешеләргә, оҫталарға үҙ эшен булдырырға, һаҡлап ҡалырға, артабан үҫтерергә ярҙам итте лә инде.
Эльдар Фәттәхов фотоһы.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан