Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малый бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы, район хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә аҙналыҡ кәңәшмә үтте. Унда урындағы эшҡыуар район биләмәһендә йыһаз етештереү буйынса бизнес-планын тәҡдим итте. Сит ил йыһаз брендтарының Рәсәй баҙарынан китеүе илебеҙҙәге эшҡыуарҙар өсөн урын бушатты. Сифатлы тауар эҙләгән кешеләр танылыу яулап өлгөрмәгән маркаларға һәм етештереүселәргә иғтибар итергә әҙер. Әле әүҙем эшләү һәм баҙарҙа буш торған урындарҙы яулау өсөн бик уңайлы осор.
Район хакимиәте башлығы Евгений Волков бизнес-планды ҡараны һәм ошо өлкә өсөн яуаплы хеҙмәттәргә проектты тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итергә ҡушты. Уның әйтеүенсә, Рәсәйҙә импортты алмаштырыу һөҙөмтәһендә үҙебеҙҙең етештереүселәргә киң офоҡтар асыла. Мебелгә ихтыяж ҙур, уның баҙары тотороҡло. Үҙебеҙҙең етештереү баҙар талаптарына йылдам яраҡлашырға, йыһазды етештереү ваҡытын һәм сифатын тулыһынса контролдә тоторға мөмкинлек бирәсәк.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/377659#scroll