Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) ярашлы Бөрө–Таҙтүбә–Һатҡы юлын реконструкциялау этаптарының береһе тамамланды. Ҡариҙел һәм Дыуан райондары сигендәге 20 километрҙан ашыу участка сафҡа индерелде. Был маҡсатҡа 1,2 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтеү ҡаралғайны, шуның 920 миллион һумын федераль үҙәк бүлде.
– Участканы реконструкциялау барышында юлсылар аркалы өс күпер һалды, Картья йылғаһы аша күпергә капиталь ремонт яһалды. Юлда хәүефһеҙлекте арттырыу маҡсатында хайуандарҙы юл аша сығарыу урыны барлыҡҡа килде һәм һигеҙ километрлыҡ махсус ҡойма ҡуйылды, – тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.
Реконструкция барышында автомобиль юлы төҙөкләндерелде, 100-ҙән ашыу юл билдәһе ҡуйылды, тамға һалынды. Бынан тыш, юлға өҫтәмә тупраҡ һалып тигеҙләнде, һыу торбалары, юлда һыу йыйылған урындарҙа локаль таҙартыу торбалары һалынды.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: transport.bashkortostan.ru