

Өфөлә “Республика предприятиелары – “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты ҡатнашыусылары” (национальный проект “Производительность труда”) араһында иң яҡшы остаздар” конкурсының лауреаттарын тәбрикләү тантанаһы үтте. Был турала республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Милли проекттар тарихында икенсе тапҡыр төбәктә хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү өсөн остазлыҡ тәжрибәһен ҡулланыусылар билдәләнде. “Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү өлкәһендә остазлыҡ” һәм “Йәштәрҙең һөнәри үҫешендә остазлыҡ” номинацияларында «Петон Констракшн» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм “Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы” акционер йәмғиәте лайыҡ булды.
- Остазлыҡ – юғары етештереүсәнлек мәҙәниәте үҫешенең төп ҡоралдарының береһе. Бөгөн беҙ остазлыҡтың уңышлы тәжрибәһен таныйбыҙ, предприятие үҫешенә өлөш индергән остаздарҙы тәбрикләйбеҙ, -тине Башҡортостандың Иҡтисад үҫеше һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
Икенсе дәрәжә дипломдар «ВИСМА» фәнни-етештереү фирмаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә һәм Бәләбәйҙең "Автонормаль» заводы” акционерҙар йәмғиәтенә бирелде. Конкурс номинацияларында өсөнсө урынға “Яңы технологиялар” инженер-производство предприятиеһы сыҡты.
«Петон констракшн» компанияһы төбәктә алдынғылыҡты биләп, Бөтә Рәсәй этабында өсөнсө урын яулауға өлгәште.
Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан