Белоретта асылған “Минең бизнесым” үҙәге офисы республикалағы 12-сеһе, тип хәбәр итә Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәте. Офис Пушкин урамы, 40 адресы буйынса урынлашҡан. Уға 20 урынға иҫәпләнгән нетворкинг, конференц-зал, һөйләшеү бүлмәһе инә.
- “Минең бизнесым” үҙәгенең төп маҡсаты - бизнес-идеяларҙы тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, эшҡыуарҙарҙы дөрөҫ һәм тулы итеп барлыҡ дәүләт ярҙамы сараларынан файҙаланырға өйрәтеү. Барлығы быйыл дүрт офис асылды: Белоретта, Ҡыйғы, Ҡариҙел һәм Саҡмағош райондарында. Хәҙер ошо һәм яҡын тирәләге район эшҡыуарҙарына 150-ләп төр хеҙмәттән файҙаланыу мөмкинлеге бар, - ти эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Яңы офиста шунда уҡ "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" уҙғарылды, унда Белорет районы эшҡыуарҙары проекттарын күрһәтте. Василий Савчук ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонының икенсе өлөшөн төҙөүҙе күҙ уңында тота, ә Дмитрий Дубровский яңы турбаза булдырыу ниәтен белдерҙе.
- Белорет районында 2395 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты эшләй, шулай уҡ өс меңдән ашыу үҙмәшғүл бар. Ҡалабыҙҙа эшҡыуарҙарға ярҙам итеү өсөн ошондай үҙәк асылыуына шатмын. Бында бизнесты алып барыу буйынса тейешле консультацияларҙан файҙаланырға була, - ти тине Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта.
Үҙәк “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты (национальный проект «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы») сиктәрендә асылды. Ул иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы буйынса башҡарыла, милли проект эшҡыуарҙарға һәр төрлө ярҙам итеү һәм бизнес үҫеүе өсөн шарттар тыуҙырыуҙы күҙаллай.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан