Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында Кушнаренко районының Ҡаңлы ауылында 36 урынлыҡ дәүләткә ҡарамаған пансионат асыу тураһындағы концессия килешеүенә ҡул ҡуйылды. Проекттың инвесторы – “Доверие-Кушнаренко” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге. Уны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә өҫтәмә рәүештә 20 эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Өлкән быуын” проектының маҡсаты – өлкән быуын кешеләренең йәшәү сифатын яҡшыртыу, уларға системалы ярҙам күрһәтеү программаһын тормошҡа ашырыу.
– Ҡасандыр ябылған мәктәпте яңы социаль объект итеп үҙгәртеп ҡороу барышында хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән кешеләрҙең янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү йәһәтенән бөтә талаптар үтәләсәк, – тине ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Иң мөһиме, бындай пансионаттар асыу тәжрибәһе күрһәтеүенсә, ауылда тормош йәнләнәсәк, икмәк бешереү цехы, физиотерапия бүлеге барлыҡҡа киләсәк.
Килешеү шарттары буйынса концессионерға эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу өсөн дәүләт милкендә булған күсемһеҙ милек объекттары һәм ер участкаһы бушлай файҙаланыуға тапшырыла. Пансионат асылғас, мохтаж граждандарға стационар формала социаль хеҙмәт күрһәтеү өсөн йыл һайын 3,9 миллион һум күләмендә субсидия бирелә.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info
Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)