Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Дүртөйлө районы директорҙарының тәрбиә эше буйынса кәңәшселәренең муниципаль координаторы Гөлнара Яппарова Башҡортостан делегацияһы составында Түбәнге Новгородта булды. Унда “Бала саҡ навигаторҙары” проектының муниципаль координаторҙарын уҡыттылар. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына (национальный проект “Образование”) ярашлы тормошҡа ашырыла.
Биш көн дауамында илдең 22 төбәгенән 360 вәкил үҙ-ара аралашты, тәжрибә уртаҡлашты.
“Быйыл сентябрҙән үҙебеҙҙең районда “Бала саҡ навигаторҙары” проектының муниципаль координаторы булып эшләй башланым. Бурысым – тәрбиә буйынса кәңәшселәрҙең эшмәкәрлеген көйләү, уларҙы уҡытыу, эш программаһына федераль кимәлдәге сараларҙы индереү. Тырышлығыбыҙ балаларҙы төрлө йәмәғәт берләшмәләренә, социаль проекттарға, грант конкурстарына йәлеп итеүгә йүнәлтелә. Проект мәктәптәрҙә, шулай уҡ муниципалитетта тәрбиәүи мөхитте яңыртыуҙы күҙ уңында тота. Беҙҙең навигаторҙар командаһы илебеҙҙәге мәғариф системаһының тәрбиәүи трмағын үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә”, – тине Гөлнара Яппарова.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/375993#scroll