“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк программаһына ярашлы, Ишембай районының өс ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды. Әрмет-Рәхим, Әхмәр һәм Ҡанаҡай ауылдары халҡы бөтә уңайлыҡтары булған медицина учреждениеһында хеҙмәтләндереләсәк.
Яңы ФАП-тарҙы асыу тантанаһында Стәрлетамаҡ медицина округы буйынса штаттан тыш баш белгес Борис Шәрипов, Ишембай үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алик Янышев, район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов ҡатнашты.
– Фельдшер-акушерлыҡ пункттарының асылыуы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре өсөн генә түгел, ауыл халҡы өсөн ҙур ваҡиға. Медицина ярҙамы ауылда йәшәүселәргә яҡыная һәм уңайлы була бара. Бөтә пункттар ҙа заманса медицина ярҙамы стандарттары буйынса йыһазландырылған, – тине үҙәк район дауаханаһы етәксеһе Алик Янышев.
Медицина пункттарында тәжрибәле фельдшерҙар – Гүзәл Вәлиева, Венера Ибраһимова һәм Гөлсинә Аҡбулатова эшләйәсәк. Ишембай районында хәҙер тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеүсе 34 фельдшер-акушерлыҡ пункты иҫәпләнә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.