Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Декабрь 2022, 11:30

Һанлы һөнәрҙәргә ихтыяж арта

Башҡортостанда 16 йәштән өлкәнерәк граждандар льготалы хаҡ буйынса йәки бушлай өҫтәмә IT-белем аласаҡ.

Һанлы һөнәрҙәргә ихтыяж арта
Һанлы һөнәрҙәргә ихтыяж арта

Башҡортостанда 5,7 меңдән ашыу кеше ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проектына (национальный проект “Цифровая экономика Российской Федерации”) ярашлы тормошҡа ашырылған “Һанлы һөнәрҙәр” проекты буйынса белем алырға ғариза тапшырған. Был турала Башҡортостан Республикаһындағы Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығынан хәбәр иттеләр. Башҡортостанда 16 йәштән өлкәнерәк граждандар льготалы хаҡ буйынса йәки бушлай өҫтәмә IT-белем аласаҡ.

“Быйыл “Дәүләт хеҙмәттәре" порталында “Һанлы һөнәрҙәр” проектына ғаризалар ҡабул итеү 5 декабрҙә тамамланды. 5 706 ғаризаның өс меңдән ашыуына “Хеҙмәт хупланды” тигән статус бирелде, был граждандың ведомство-ара мәғлүмәттәр базаһында тикшереү үткәнен һәм льготалы категорияға индерелеүен аңлата. Уны льготалы шарттарҙа һайлаған курсҡа уҡырға алыуҙары мөмкин”, – тине дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министры урынбаҫары Рәсүл Тайыпов.

Python-эшләүсе, тест буйынса инженер, интернет-маркетолог, интерфейс дизайнеры, Яндекс мәғлүмәттәре аналитигы, тест үткәреү нигеҙҙәре, проекттар менеджеры, графика дизайнсыһы кеүек  һөнәрҙәргә төбәк халҡында ихтыяж айырыуса ҙур булып сыҡты.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: gtrk.tv/novosti

Сығанаҡ: gtrk.tv/novosti

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: