Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Декабрь 2022, 10:30

Дәүләт хеҙмәттәре порталы тулыланды

Кадастр иҫәбе буйынса өс яңы хеҙмәт ғәмәлгә инде.

Дәүләт хеҙмәттәре порталы тулыланды
Дәүләт хеҙмәттәре порталы тулыланды

Республиканың дәүләт хеҙмәттәре порталында кадастр иҫәбе буйынса өс яңы хеҙмәт ғәмәлгә индерелде, тип хәбәр итә Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәте. Улар – баҙар кадастр хаҡын билдәләү, кадастр хаҡын билдәләү менән бәйле бәхәстәрҙе һәм ошо йәһәттән аңлатмалар биреү тураһындағы мөрәжәғәттәрҙе ҡарау.

– Дәүләт хеҙмәттәрен электрон төрҙә күрһәтеү граждандарҙың һәм бизнестың дәүләт ойошмалары менән үҙ-ара бәйләнешен ябайлаштыра, – тине дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.

Өс хеҙмәтте лә Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы күрһәтә. Был эш “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проектына (национальный проект “Цифровая экономика Российской Федерации”) ярашлы алып барыла. Ил президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһе буйынса тормошҡа ашырылған милли проект һанлы технологияларҙы әүҙем ғәмәлгә индереүҙе һәм граждандарға, эшҡыуарҙарға хеҙмәттәргә эйә булыу йәһәтенән уңайлы шарттар булдырыуҙы күҙ уңында тота.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: allufa.ru/news

Сығанаҡ: allufa.ru/news

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: