Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Декабрь 2022, 12:30

Орлоҡ әҙерләү еңелдән түгел

Республика урмансылары быйыл 3,5 тонна орлоҡ туплаған.

Орлоҡ әҙерләү еңелдән түгел
Орлоҡ әҙерләү еңелдән түгел

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республика урмансылары быйыл 3,5 тонна төп ағас тоҡомдары, шул иҫәптән ике тонна ҡарағай, 560 килограмм себер шыршыһы, 100 килограмм йүкә һәм башҡа ағастарҙың орлоғон әҙерләгән.

Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов әйтеүенсә, орлоҡ әҙерләү еңелдән түгел, ул ҡул хеҙмәте талап итә, сөнки тубырсыҡты машина йыя алмай, ул ағасҡа зыян килтерәсәк. Өҫтәүенә, орлоҡто өлгөргәнен, сифатлыһын, ҡоротҡостар һәм ауырыуҙар зарарламағанын ғына йыйырға кәрәк.

“Киләһе этапта тубырсыҡтар киптергестәрҙә эшкәртелә. Ундағы ҡулай шарттарҙа тубырсыҡтар асыла, орлоҡтары алына һәм сәсеү сифаттарын асыҡлау өсөн Башҡортостандың Урманды һаҡлау үҙәгенә ебәрелә”, – тине министр.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыуға, ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһын, Рәсәйҙең үҙенсәлекле үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын һаҡлауға йүнәлтелә.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: forest.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: forest.bashkortostan.ru

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: