Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Асҡын районында республикала иң ҙур ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы – “Төлгөҙ”ҙөң яңы һөт эшкәртеү һәм ит цехтары менән таныштырҙылар. Район үҙәгендә шулай уҡ кооперативтың тәүге сауҙа нөктәһе асылды. Унда сифатлы фермер ризыҡтарын һатып алырға була.
Ауыл хужалығы кооперативының ойоштороусылары (әле унда 306 ағза иҫәпләнә) – фермерҙар Эльза һәм Илнур Ғилемшиндар ғаиләһе. Улар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) “Яңы эш башлаған фермер” федераль программаһында ҡатнашып, өс миллион һум аҡса ала. Был аҡсаға 20 баш тоҡомло тана, трактор, пресс-йыйыусы һәм тырма һатып ала.
Артабан йүнселдәр бизнесты киңәйтергә, уға яҡташтарын йәлеп итергә була. Биш хужалыҡ берләшеп, “Төлгөҙ” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын ойоштора, уның рәйесе итеп Илнур Ғилемшин һайлана. Ҡорамалдар һатып алыу өсөн кооператив ағзалары “Килем килтергән проекттарҙы тормошҡа ашырыу” республика программаһында ҡатнаша һәм платформалы үлсәүҙәр, “Клевер” һөт анализаторы, төрлө күләмле һауыттар, танк-һыуытҡыс, һөт ташыу машинаһы һатып ала. Ошо рәүешле Асҡын районында тәүге һәм әлегә берҙән-бер һөт ҡабул итеү пункты асыла. Һуңыраҡ бәләкәй һөт заводы ла асыла.
Кооператив “Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының матди-техник базаһын үҫтереү” федераль программаһы буйынса һөт заводын, мал һуйыу цехын сафҡа индереү һәм ит эшкәртеү проектына 16 миллион һум алды. Әле Асҡын районында урындағы һөттө ҡапсыҡтарға тултырып һаталар, магазин кәштәләренән фарш, ярымфабрикаттар өҙөлмәй.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: agriculture.bashkortostan.ru
Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)