Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Ғинуар 2023, 12:30

Башҡортостанда иҫке йорттарҙан күсереү планы арттырып үтәлгән

Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты бурыстарының береһе булып тора.

Башҡортостанда иҫке йорттарҙан күсереү планы арттырып үтәлгән
Башҡортостанда иҫке йорттарҙан күсереү планы арттырып үтәлгән

Хөкүмәт ултырышында граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса адреслы программаны дауам итеү мәсьәләһе тикшерелде.

Адреслы программа 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип танылған 213 күп фатирлы йортҡа ҡарата дүрт этапта тормошҡа ашырыла. Шуларҙан 36,7 мең квадрат метр майҙанлы 129 йорт торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү Фонды аҡсаһы иҫәбенә күсерелә.

- Программаны тормошҡа ашырыуға 1,7 миллиард һумдан ашыу бүленгән. Дүрт йыл эсендә 80 мең квадрат метрҙан ашыу кеше күсерелгән: «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә билдәләнгән маҡсатлы күрһәткес 1,5 тапҡырға артҡан. Әлеге ваҡытта программаның IV этабын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Фонд аҡсаһы иҫәбенә дүрт муниципалитетта торлаҡ йорттар төҙөлөшө тамамлана, – тине Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров.

Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин хәбәр итеүенсә, программаның I-IV этаптарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә (2019-2023 йылдар) Фонд аҡсаһы иҫәбенә 21 816,94 квадрат метрлыҡ 586 бинанан 1639 граждан күсерелгән.

Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә 2023 йылдың 1 июненә тиклем адреслы программа сиктәрендә граждандарҙы күсереү буйынса сараларҙы тамамлауҙы тәьмин итергә кәрәклеген билдәләне. 2023 йылдың 1 апреленә тиклем 2022 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип танылған йорттар реестрын төҙөү буйынса эште тәү сираттағы тәртиптә тамамларға кәрәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты бурыстарының береһе булып тора.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: resbash.ru/news/dom/2022-12-28/v-bashkirii-perevypolnili-plan-rasseleniya-iz-vethih-domov-3088937

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: