Милли проекттар
1 Ғинуар 2023, 06:30

Белоретта “Минең бизнесым” үҙәгенең офисы асылды

Яңы офис республикала иҫәп буйынса ун икенсе булды, тип хәбәр итә Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәте.

Белоретта “Минең бизнесым” үҙәгенең офисы асылдыБелоретта “Минең бизнесым” үҙәгенең офисы асылды
Белоретта “Минең бизнесым” үҙәгенең офисы асылды

Офис Пушкин урамы, 40-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан. Уның составына 20 урынлыҡ нетворкинг, конференциялар залы, һөйләшеүҙәр бүлмәһе инә.

– “Минең бизнесым” үҙәгенең төп бурысы - бизнес-идеяларҙы тормошҡа ашырыу өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырыу һәм эшҡыуарҙарҙы бөтә дәүләт ярҙамы сараларынан дөрөҫ файҙаланырға өйрәтеү.

Ағымдағы йылда бөтәһе дүрт офис астыҡ: Белоретта, Ҡыйғы, Ҡариҙел һәм Саҡмағош райондарында. Хәҙер ошо һәм эргә-тирәләге райондарҙың эшҡыуарҙарына тулы хеҙмәттәр күрһәтелә, улар төрө 150-гә етә, - тип билдәләне эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Яңы офиста шунда уҡ эшҡыуарлыҡ сәғәте үтте, унда Белорет районы эшҡыуарҙары проекттарын тәҡдим итте. Василий Савчук - ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонының икенсе сиратын, ә Дмитрий Дубровский Хоҙайбирҙин төбәгендә яңы турбаза төҙөргә ниәтләй. Ҡатнашыусылар шулай уҡ ит ярымфабрикаттары етештереү менән шөғөлләнгән Александр Симоновта булды.

- Белорет районында 2395 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты, шулай уҡ өс меңдән ашыу үҙмәшғүл эшләй. Ҡалабыҙҙа эшҡыуарҙарға ярҙам үҙәгенең асылыуына бик шатмын, унда "берҙәм тәҙрә" форматында бизнес алып барыу буйынса кәрәкле консультациялар алырға мөмкин, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта.

“Минең бизнесым” үҙәгенең офисы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты сиктәрендә асылды. Ил президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса башланған милли проект эшҡыуарҙарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүҙе һәм бизнесты үҫтереү өсөн шарттар булдырыуҙы күҙ уңында тота.

Фото: pravitelstvorb.ru/news/19863/

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас