Милли проекттар
1 Ғинуар 2023, 05:30

Халыҡтың һөйөнөсө сикһеҙ!

Тәжрибәле фельдшер Рима Ҡорбанғәлиева 120 кешене хеҙмәтләндерәсәк. 

Халыҡтың һөйөнөсө сикһеҙ!Халыҡтың һөйөнөсө сикһеҙ!
Халыҡтың һөйөнөсө сикһеҙ!

Яңы йыл алдынан Ауырғазы районының Яңы Тимешкә ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул шулай уҡ Никольский, Покровка һәм Дарьевка ауылдары халҡын да хеҙмәтләндерәсәк. Яңы медицина пункты “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеү звеноһын яңыртыу” программаһына ярашлы төҙөлгән.

Тәжрибәле фельдшер Рима Ҡорбанғәлиева 120 кешене хеҙмәтләндерәсәк.  Яңы ФАП яҡшы эшләү һәм тейешле медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә заманса талаптарға яуап бирә. Фельдшер һәм акушерка бүлмәләре, процедура, дарыуҙар һаҡлау кабинеттары бар.

- Бөтә тейешле заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған медицина пунктының төҙөлөүе тәүге медик-санитар ярҙамдан ҡулланыусылар һанын арттыра, ауыл халҡына медицина ярҙамы яҡыная бара, – тине Талбазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Роберт Иштуҡов.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

"Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас