Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Ғинуар 2023, 09:30

Кадрҙар мәсьәләһе хәл ителә

Былтыр “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикала 63 медицина пункты төҙөлдө.

Кадрҙар мәсьәләһе хәл ителә
Кадрҙар мәсьәләһе хәл ителә

2022 йылда  Белорет медицина колледжының Учалы филиалында 25 студент “Шәфҡәт туташы эше” буйынса белем ала башланы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса шулай уҡ Нефтекама, Октябрьский ҡалаларында, Мәсәғүт ауылында медицина колледждары филиалдары асылды.

Бөгөн республикала ике меңдән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты иҫәпләнә. Яйлап иҫкеләре яңыларына алмаштырыла, ремонт эштәре башҡарыла.

Быйыл “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикала 63 медицина пункты төҙөлдө. Әммә хәл итәһе проблемалар ҙа етерлек, шуларҙың иң мөһиме – кадрҙар мәсьәләһе. Айырыуса фельдшер һәм шәфҡәт туташтарына ҡытлыҡ ҙур.

Учалы филиалының уҡыу кабинеттары урындағы бала табыу йортонда урынлаштырылған. Барыһы ла яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған, йәштәр практиканы муляждарҙа, тренажерҙарҙа һәм симуляторҙарҙа үтә. Лекция уҡырға Белорет медицина колледжы уҡытыусылары килә. 

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Кадрҙар мәсьәләһе хәл ителә
Кадрҙар мәсьәләһе хәл ителә
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: