Өфөләге тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервы мәктәбе яңы ратрактың нисек эшләйәсәген тикшерҙе. Тау битләүҙәре трассаһы өсөн ҡар тығыҙлағыс машина “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография") сиктәрендә һатып алынған.
“Беренсенән, был – яңы ратрак, ә яңы машина һәр ваҡыт һәйбәтерәк эшләй. Икенсенән, тау битләүе буйлап шыуып төшкәндә йөрәк елкенә. Өсөнсөнән, ул спортсыларҙы әҙерләүгә лә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Беҙ балалар һәм уларҙың тренерҙары менән һөйләштек. Улар миңә элек иҫке техника менән ике аҙнанан ашыу әҙерләгән битләүҙе күрһәтте. Яңы машина менән был эш өсөн көн ярым ваҡыт етә”, – тине Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов.
Министр билдәләүенсә, һуңғы өс йылда Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса муниципалитеттарға ҙур ярҙам күрһәтелә. Ошо милли проекттың “Спорт – тормош нормаһы” программаһы буйынса республика ҡалалары һәм райондарына 297 миллион һум бирелгән.
Фото: “Башинформ”.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан