Өфөлә интеллектуаль транспорт системаһын индереүҙең беренсе этабы тамамланды, тип хәбәр итә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.
Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектының (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги") “Юл хужалығын үҫтереүҙең дөйөм система саралары” федерль программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Бер йыл эсендә 50 светофор яңыртылған, быйыл тағы ла 50-һен яңыртыу планлаштырыла. Улар юл хәрәкәтенә идара итеүҙең автоматлаштырылған комплексы итеп үҙгәртелә. Ошо маҡсатҡа бер миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә, шуның 850 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан.
Фото: “Башинформ”.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан