Башҡортостанда 2022 йыл йомғаҡтары буйынса "Йыл экспортеры" төбәк конкурсы үтте. Сәнәғәт үлсәү-өлөштәргә бүлеү ҡорамалдары етештереү менән шөғөлләнгән Белорет ҡалаһынан “Үлсәү ҡорамалдары заводы” сауҙа йорто “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттар араһында яңы география” номинацияһында еңеү яуланы.
Компания халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм экспорт өлкәһендә Бөтә Рәсәй премияһына лайыҡ булды. Азербайжан Республикаһын ҙур өлөштәргә бүлеү комплексы менән тәьмин итеү һөҙөмтәлһендә еңеүгә өлгәшкәнжәр.
Максим Копытов 2009 йылда "Үлсәү ҡорамалдары заводы" сауҙа йорто” йәмғиәтенә нигеҙ һалған. Ябай үлсәү ҡорамалдары һәм металл конструкциялары етештереүҙән башлағандар, бөгөн иһә бында автоматлаштырылған үлсәү комплекстары проектлана һәм етештерелә, улар өлөштәргә бүлеү һәм ярым автоматик машиналарҙы төрөү линияһын етештерә, ауырлыҡты иҫәпләү системалары өсөн программа тәьминәтен эшләй.
Заводта йөҙгә яҡын кеше эшләй, шул иҫәптән конструкторҙар, электроника инженерҙары, программистар. Предприятие продукцияның киң ассортиментын тәҡдим итә: автомобиль, вагон, конвейер, платформа өсөн төрлө үлсәүҙәр, крандар өсөн контроль йөктәр, шулай уҡ 2020 йылда махсус техниканы үлсәү һәм күҙәтеү системаһы индерелгән.
Тауар бөтә Рәсәй буйынса, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Беларусь, Үзбәкстан, Төркиә һәм Ҡырғыҙстан кеүек илдәргә оҙатыла. Заказсылар араһында индивидуаль эшҡыуарҙар ҙа, “Роснефть”, “Росатом”, “Лукойл” кеүек эре предприятиелар ҙа бар.
Завод продукцияһы шулай уҡ Белорет ҡалаһында “Технониколь” (тимер юл үлсәүе) тейәү участкаһында, “Мечел” инерт материалдарын тейәү менән идара итеү участкаһында, “Россильбер” заводында һәм башҡа прежприятиеларҙа ҡулланыла.
Белорет үлсәү ҡорамалдары заводы ташламалы кредиттар алыу һәм ҡуртымға ҡорамалдар һатып алғанда аванс түләүҙе компенсациялау кеүек субсидия программаларында ҡатнаша. 2020 йылда Үлсәү ҡорамалдары заводы “Өлөштәргә бүлеү ҡорамалдары линияһын һәм бортлы үлсәү системаһын етештереү” йүнәлешендә йылдам иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты булып тора. Унда ҡатнашыу хеҙмәткәрҙәр һанын арттырырға, яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек тыуҙырған.
Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: предприятие архивынан.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан