2022 йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам үҙәге ярҙамында 111 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары 198 70,74 миллион долларға торошло экспорт контракты төҙөгән, был 2021 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 51,5 процентҡа күберәк. Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Америка Ҡушма Штаттары, Германия, Швейцария һәм башҡа илдәр республика предприятиеларының тышҡы сауҙа уҙаҡтарштары булып торған. Был турала Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.
— Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам үҙәге урындағы етештереүселәрҙең тышҡы баҙарға сығыуын еңелләштереү буйынса әүҙем эш алып бара. 11 ай йомғаҡтары буйынса Үҙәк контракттар төҙөгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятелары һаны буйынса планды 79 процентҡа, контракттар суммаһы буйынса 2,6 тапҡырға арттырып үтәне, – тип белдерҙе Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Бөтәһе отчет осоронда Үҙәк 876 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына 3000-дән ашыу төрлө хеҙмәт күрһәткән.
Белешмә:
Һөҙөмтәлелеге буйынса республиканың Экспортҡа ярҙам үҙәге икенсе йыл рәттән Рәсәй Экспорт үҙәге рейтингында башҡа субъекттар араһында икенсе урынды биләй, Мәскәү өлкәһенән генә ҡалыша.
Рейтингта төбәктә экспортҡа ярҙам күләме, Экспортҡа ярҙам үҙәгенең булышлығына бәйле “уңыш тарихы” һәм яңы экспортерҙар һаны, экспорт тәьминәтенең күләме һәм географияһы һәм башҡа факторҙар иҫәпкә алына.
Барлыҡ был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект "Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: foreign.bashkortostan.ru
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан