Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Ғинуар 2023, 15:15

Тағы ла өс вәкиллеген асасаҡ

Башҡортостан Рәсәй төбәктәренән беренсе булып үҙ вәкилдәрен бер юлы биш илгә ебәрҙе

Тағы ла өс вәкиллеген асасаҡ
Тағы ла өс вәкиллеген асасаҡ

2023 йылдың аҙағына тиклем Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының Иранда һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә сауҙа вәкиллектәрендә өс яңы вәкиллеген асырға ниәтләй. Өсөнсө илде әле һайлайҙар. Әлеге ваҡытта Беларусь, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Ҡытайҙа биш вәкил үҙ эшмәкәрлеген алып бара. Был турала һуңғы матбуғат конференцияһында Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдерҙе.

– 2023 йыл аҙағына Башҡортостандың өс яңы вәкиллеген асырға ниәтләйбеҙ. Беларусь, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Ҡытай кеүек илдәрҙә республикабыҙҙың вәкилдәре эшләй ҙә инде. Шулай уҡ Иранға һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә хеҙмәткәрҙәр ебәрергә ниәтләнәбеҙ. Һигеҙенсе вәкиллек асыу планын һуңыраҡ хәбәр итербеҙ. Был илдәр осраҡлы ғына һайланмаған, сөнки оҙаҡ ваҡыт Башҡортостан Республикаһы менән тауар әйләнеше буйынса тотороҡло рәүештә тәүге ун ил иҫәбенә инде, — тип билдәләне тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың 20 декабрендә Башҡортостан Хөкүмәте йортонда Премьер-министр Андрей Назаров Рәсәй Федерацияһының сит илдәрҙәге Сауҙа миссияларында республика вәкилдәренә хеҙмәт паспорттары тапшырҙы.

Хөкүмәт Премьер-министры билдәләүенсә, Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Төркиә һәм Үзбәкстан менән ныҡлы һәм ышаныслы уҙаҡташлыҡ булдырыу республиканың тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеген үҫтереүҙә бер һүҙһеҙ өҫтөнлөклө булып тора. Был илдәрҙең баҙарына сығыуҙа эске эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, сәнәғәт предприятиелары араһында бәйләнештәрҙе булдырыу, производствоны үҫтереү һәм яңы логистика сылбыры төҙөү, үҙ-ара инвестициялар һәм проекттар, ватандаштарға ярҙам итеү һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе булдырыу – был вәкилдәрҙән көтөлгән эш  һөҙөмтәһе.

Билдәләп китергә кәрәк, Башҡортостан Рәсәй төбәктәренән беренсе булып үҙ вәкилдәрен бер юлы биш илгә ебәрҙе.

Бөтә был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектын (национальныый проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: foreign.bashkortostan.ru

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: