– Еләк үҫтереү иртә яҙҙан башланып ҡара көҙ тамамланғансы бара, миҙгелле эш булһа ла мәшәҡәте күп. Шуға эш миҙгелендә ер еләге баҫыуында бөтә ғаилә менән генә эшләп ҡалмайбыҙ, хатта ауылдаштар ҙа ярҙам итә. Грант аҡсаһы ярҙамы менән артабан еләкте йылытмалар ярҙамында йыл дауамында үҫтерергә теләйбеҙ, – тип пландары һәм эш барышы менән таныштыра Булат Ноғоманов.
Ғөмүмән, фермер район хакимиәте ярҙамы менән 3 гектар ерҙә ер еләге үҫтерә башлай, башта һыуытҡыстар булмау сәбәпле тауарҙы иҫкермәҫ элек көнөнөкөн көнөнә тиерлек һатып торорға тура килә. Ҙур майҙанда 25 кешегә миҙгелле булһа ла эш урыны булдыра ул. Ә бына «Агростартап» конкурсы сиктәрендә отҡан аҡсаға хәҙер ҙур һыутҡыстар ҙа буласаҡ, ерҙе эшкәртергә техника һатып алына, шулай уҡ Булаттың өс ауылдашына йыл әйләнәһенә рәсми эш урыны ла булдырыла. Әйткәндәй, йәш фермер ошондай проекттарҙа йышыраҡ ҡатнашып торорға, ҡурҡмаҫҡа, әүҙемерәк булырға саҡыра. Ул үҙе лә бит ике тапҡыр заявка ебәрә һәм икенсеһендә хаталар өҫтөндә эшләп, төҙәтмәләр, өҫтәмәләр индергәндән һуң уңыш йылмая.
– Беҙ үҫтергән еләк тәбиғи, шуға тәмле – кешеләр яратып ала, тимәк артабан эшләргә дәрт бар, – тип тә өҫтәй Бишбүләк фермеры.
Әйткәндәй, Булат Ноғоманов ҡатнашҡан «Агростартап» конкурсына гранттар “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә бүленә. Милли проект Владимир Путиндың “Май указдарына” ярашлы булдырылды һәм ил буйылап бихисап эшҡыуарҙарға страт алырға, аяҡҡа баҫып китергә ярҙам итте лә инде. Мәҫәлән, Булат Ноғомановтан тыш «Агростартап»та 38 эшҡыуар ярҙам алған, йәмғеһе был йүнәлшетә 125,4 млн һум бүленгән. Программала ҡатнашыуҙың төп шарты – йүнсел проекттың хаҡының 10 процентын үҙе ҡапларға йәки башланғыс капитал булырға тейеш.