Яңы йыл алдынан Тәтешле районының Ҡашҡаҡ һәм Беләш ауылдарында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды. Ауыл халҡы өсөн был ваҡиға бик һөйөнөслө. Ҡашҡаҡ фельдшер-акушерлыҡ пункты - 371, ә Беләш медицина пункты 450 кешене хеҙмәтләндерәсәк.
Яңы ФАПтарҙа фельдшер, процедура-прививка, дарыуҙар һаҡлау, ҡабул итеү пункттары бар. Медицина пункты тейешле ҡорамалдар һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән. Электрокардиограф, тонометр, кислород ингаляторы, шәкәр һәм холестерин кимәлен үлсәү анализаторҙары пациенттар сәләмәтлеген тикшереүҙә ҙур ярҙамсы. “Хәҙер Ҡашҡаҡ һәм Беләш ауылдары халҡы тәүге кисектергеһеҙ медицина ярҙамын яңы уңайлы шарттарҙа алыу мөмкинлегенә эйә”, - тине Үрге Тәтешле үҙәк район дауаханаһы баш табибы Илгиз Шәнгәрәев.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.