Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: 1 ғинуар, иртәнге сәғәт ун. Кешеләр төнгө күңел асыу, ялдан һуң әле йоҡлай, кемдер хатта саҡ йоҡларға ята. Тик Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Мәңгелек ут” майҙаны алды ғына гөрләп тора. Бында ҡаланың иң әүҙем, сәләмәт тормош яҡлы кешеләре йыйылған. Улар “Вәғәҙәләр уҙышы” акцияһында ҡатнашырға әҙер!
Матур бер йолаға әүерелгән акция быйыл да юғары кимәлдә уҙҙы. Унда 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Сәләмәт тормошто пропагандалауға арналған акцияның мәғәнәһе шунда: кеше әйткән һүҙендә торһон. Белеүебеҙсә, һәр кем үҙ алдына маҡсаттар ҡуя, хыяллана, үҙ-үҙенә вәғәҙәләр бирә. Был акцияла ҡатнашыусылар ҙа үҙ-үҙҙәренә вәғәҙә биреп, шул вәғәҙәне билдә итеп яҙып, кейемгә беркетеп, йүгерергә тейеш ине. Кемдер тыңлаусан бала булырға вәғәҙә бирә, кемдер өләсәһен яратырға, тырышырға, изгелек эшләргә, машина алырға, етәксегә булырға, сәйәхәткә сығырға... Хыялдарҙың һәм вәғәҙәләрҙең ниндәйе генә юҡ ине был көндө. Иң мөһиме: йүгерек ошо вәғәҙәһен йыл дауамында йәки йыл аҙағына үтәп ҡуйырға тейеш. Шулай итеп акция сәләмәт булырға ла, яуаплылыҡҡа ла өйрәтә.
Әйткәндәй, старт менән финиш араһы йыл да үҙгәреп тора, атап әйткәндә, бер метрға өҫтәлә бара. Мәҫәлән, былтыр йыл башында стәрлетамаҡтар 2022 метр йүгерһә, быйыл 2023 метр арауыҡ йүгереп үтте.
Ғөмүмән алғанда, ҡалала әлегеләй яҡшы маҡсаттарға эйә булған акция-саралар, ярыштар әленән әле уҙғарылып тора. Уларҙың күбеһе, әлеге “Вәғәҙәләр уҙышы” һымаҡ, “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проектына ярашлы уҙғарыла. Владимир Путиндың “Ма указдары” сиктәрендә башланған проекттарҙың береһе булып тора.
Әлбиттә, был акцияла вәғәҙәләр төрлө, уларҙың тормошҡа ашыуын теләп ҡуяйыҡ, иң мөһиме, ул кешеләрҙең барыһын йәнә бер вәғәҙә берләштерә – сәләмәт йәшәү! Афарин, стәрлетамаҡтар!
Рөстәм Цукур фотолары.