Башҡортостандағы 3500-гә яҡын кеше “Ҡышҡы тарарам” тип исемләнгән ғаилә ялында ҡатнашты. Шулай итеп, 4 ғинуарҙа, Яңы йыл каникулы ваҡытында, иң әүҙем ғаиләләр 2023 йылда беренсе тапҡыр ойошторолған Ғаилә ялына йыйылды, тип хәбәр итә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Был сара ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыуға йүнәлтелгән.
Яңы йыл каникулы – әүҙем ял итеү өсөн иң ҡулайлы осор. Тап шуның өсөн дә Ғаилә ялында ҡатнашыусыларҙы төрлө спорт эстафеталары, конкурстар, бейеү флэшмобы, шулай уҡ йылы сәй көтә ине.
Әйткәндәй, Ғаилә ялы ай һайын республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан үткәрелә һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты (национальный проект "Демография") бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. "Демография" милли проектына “Спорт-йәшәү нормаһы”, “Башҡортостан Республикаһында насар ғәҙәттәрҙән баш тартыу, сәләмәт туҡланыу, граждандарҙы сәләмәт тормош рәүешенә мотивациялау системаһын булдырыу”, “Өлкән быуын граждандарының тормош сифатын яҡшыртыу һәм системалы ярҙам күрһәтеү буйынса “Өлкән быуын” программаһын бойомға ашырыу” һәм башҡа төбәк проекттары ҡарай.
Фото:mintrud.bashkortostan.ru/presscenter/news/509053/
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан