Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Ғинуар 2023, 14:30

Еңеүселәр асыҡланды

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы республика ауылдарындағы һәм ҡалаларындағы иң шәп шәхси йортто асыҡлау өсөн конкурс ойошторҙо.

Еңеүселәр асыҡланды
Еңеүселәр асыҡланды

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы республика ауылдарындағы һәм ҡалаларындағы иң шәп шәхси йортто асыҡлау өсөн конкурс ойошторҙо. Сара шәхси торлаҡ төҙөлөшө үҫешенә булышлыҡ итеү, иң шәп тәжрибәне таратыу һәм иҡтисади йәһәттән отошло проекттарҙы асыҡлау өсөн үткәрелде.

Бәйгелә шәхси төҙөүселәр ҙә, республиканың төҙөлөш һәм муниципаль ойошмалары ла, муниципаль берәмектәр ҙә ҡатнашты. Конкурс шарттары менән республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы сайтында тулыраҡ танышырға мөмкин ине.

Конкурс комиссияһы шулай уҡ Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы, “КУБУС” балалар архитектура һәм техник мәктәбе уҡыусыларының да эштәрен баһаланы. Улар беренсе тапҡыр аҙ ҡатлы йорттарҙың архитектура проекттарын һәм һүрәттәрен конкурс комиссияһы ҡарауына тапшырҙы, тип хәбәр итә Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Төҙөүселәрҙән, төҙөлөш һәм проект ойошмаларынан, муниципаль берәмектәрҙән, студенттарҙан һәм уҡыусыларҙан конкурста ҡатнашыу өсөн барлығы 74 ғариза тапшырылған.

- Студенттарҙың эштәре һәм балаларҙың һүрәттәре айырым иғтибарға лайыҡ. Балалар проекттарын ижади эшләргә тырышҡан һәм бик яуаплы ҡараған, - тип хәбәр итте республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының бүлек етксеһе Татьяна Корокозова.

“Торлаҡ кварталы” идара итеү компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте конкурсҡа ике ҡатлы кирбес шәхси йорттоң проектын тәҡдим итте. Йорт Өфө районындағы “Зубов Life 3” кварталында төҙөлгән. Проект беренсе урын яуланы.

Шәхси йорт конкурсында еңеүселәр:

1 урын: Өфө районының Зубов ауылы Ебәк тыҡрығындағы 2-се йорт. Проектты конкурсҡа “Торлаҡ кварталы” идара итеү компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тәҡдим иткән;

Башҡортостан сәскәләре коттедж ҡасабаһы Ажур урамындағы 13а йорт. Проектты “Порадом” йорттар төҙөү компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте  төҙөгән.

2-се урын: Өфө ҡалаһы Октябрь районы Нуғай ауылы Гәрәбә урамындағы 148б йорт. “Коттедж-Бери” төҙөлөш компанияһы проекты;

“Владислав Седунов архстудияһы” проект ойошмаһы Өфө ҡалаһы Октябрь районы Нуғай ауылындағы тәҡдим иткән йорт проекты.

Бүздәк, Йәрмәкәй, Ишембай, Кушнарен, Ҡалтасы райондары хакимиәттәре шәхси йортто проектлаған һәм төҙөгән өсөн республиканың Төҙөлөш һәм архитектура минисьрлығының Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

Башҡорт төҙөлөш һәм архитектура колледжы студенты Илназ Ниғмәтуллин шәхси торлаҡ йорто конкурсында беренсе урын яуланы.

2016 йылдан Башҡортостанда үткәрелгән был конкурс Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын да тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

Фото: building.bashkortostan.ru/presscenter/news/508426/

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: