Милли проекттар
5 Ғинуар 2023, 08:30

Сарала ҡатнашмай ҡалмағыҙ

Башҡортостандың Спорт министрлығы конкурс иғлан итте.

Сарала ҡатнашмай ҡалмағыҙСарала ҡатнашмай ҡалмағыҙ
Сарала ҡатнашмай ҡалмағыҙ

Башҡортостандың  Спорт министрлығы республика балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәптәре, спорт мәктәптәре, Олимпия резервы спорт мәктәптәре араһында “Иң яҡшы спорт мәктәбе” конкурсын иғлан итте. Был сарала еңеп сығыусыларҙы, призлы урындарҙы яулаусыларҙы 2023 йылда министрлыҡтың һығымталар яһау коллегияһы кәңәшмәһендә бүләкләйәсәктәр.

Конкурс материалдарын 27 ғинуарға тиклем Спорт министрлығының Спорт өлкәһендә дәүләт көйләүе идаралығына (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 18-се йорт, икенсе ҡат, 4-се бүлмә) тапшырырға кәрәк. Спорт мәктәптәренә бәйләнеш өсөн телефон: 218-02-93 (Тимофеева Инна Александровна).

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты (национальный проект "Демография") бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. "Демография" милли проектына “Спорт-йәшәү нормаһы”, “Башҡортостан Республикаһында насар ғәҙәттәрҙән баш тартыу, сәләмәт туҡланыу, граждандарҙы сәләмәт тормош рәүешенә мотивациялау системаһын булдырыу”, “Өлкән быуын граждандарының тормош сифатын яҡшыртыу һәм системалы ярҙам күрһәтеү буйынса “Өлкән быуын” программаһын бойомға ашырыу” һәм башҡа төбәк проекттары ҡарай.

Фото:  ufa-edu.ru

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас