Башҡортостан буйынса Россельхознадзор идаралығы Ҡаҙағстан республикаһына сығарылған 100 тонна күләмендәге ҡарабойҙай партияһын тикшереп, экспортҡа оҙатҡан. Ярманы Дыуан районы хужалыҡтарының береһе күрше дәүләткә ебәреү өсөн махсус үҫтергән.
Фитосанитар документация биреү тураһындағы ғариза нигеҙендә белгестәр лаборатор тикшереүҙәр үткәреү өсөн карантинға ҡуйылған продукция партияһынан өлгөләр ала. Өйрәнелгән өлгөләрҙә карантин ҡоротҡостары асыҡланмаған.
Бельгия короллеге иһә йыл һайын ҡарабойҙайҙы тик Башҡортостандан һатып ала. Быйыл ебәрелгән партия 40 тонна тәшкил иткән. Шулай уҡ ярма ентекләп тикшерелгәндән һуң ғына сит илгә оҙатылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илдә Президент Владимир Путин башланғысы менән "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыла. Уның маҡсатлы күрһәткесе — 250 миллиард доллар күләмендә сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙарҙың экспорт күләменә (хаҡы сағылышында) өлгәшеү. Ҡатмарлы геосәйәси шарттарҙа милли проектты тормошҡа ашырыу ауырға төшә, әммә уҙған йыл йомғаҡтары буйынса күрһәткестәрҙең түбәнәйеүе минималь булған — ни бары 1,8 процент.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
фото: adfarm.ru