Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Ғинуар 2023, 10:00

Ауырғазы эшҡыуарына үҫешкә юл асыҡ

Илдус Юлдашев күрһәтәсәк хеҙмәткә ихтыяж буласаҡ, ти бизнес-шәриф.

Ауырғазы эшҡыуарына үҫешкә юл асыҡ
Ауырғазы эшҡыуарына үҫешкә юл асыҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) республикала үҙ эшен асҡан йүнселдәргә бар яҡлап ярҙам күрһәтелә.

Ауырғазынан бизнес-шәриф Айгөл Шәкирова хәбәр итеүенсә, түбәндәге фотолағы кеүек резина плиткалар районда 2023 йылдың февраленән эшләнә башлаясаҡ. Уның авторы - йәш эшҡыуар Илдус Юлдашев. Резина онтағынан япмалар етештереү проектын ул 2022 йылдың йәйендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә тәҡдим иткән. Бизнес-идея социаль әһәмиәтле, етештереү икенсел сеймалдан - дөрөҫ, хәүефһеҙ утилләштереү, шулай уҡ ял зоналарын, спорт һәм балалар майҙансыҡтарын, сауҙа объекттарын, шәхси йорт биләмәләрен төҙөкләндереү мөмкинлеге ул.

Илдус Юлдашевтың проекты ике этапта планлаштырылған. Беренсеһе - һатып алынған резина онтағынан плитка эшләү, икенсеһе - резина онтағын районда етештереү. Һуңғыһын тормошҡа ашырыу өсөн ҡиммәтле ҡорамалдар, тейешле федераль ведомстволарҙан эшмәкәрлек алып барыуға рөхсәт талап ителә. Шуға күрә йүнсел икенсел сеймалды эшкәртеү өлкәһендә тәжрибә тупларға, шунан һуң ғына үҙ проектын ғәмәлләштерергә ниәтләй.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә Ауырғазы районы хакимиәтендә 25 йәшкә тиклемге йәш эшҡыуарҙарға грант алыу өсөн федераль конкурста ҡатнашырға тәҡдим ителә һәм Илдусҡа документтар менән дә ярҙам күрһәтелә.

“Эшҡыуарыбыҙ конкурста еңеп сыҡты һәм 500 мең һум отто. Резина онтағынан плиткалар етештереүҙе Илдус Юлдашев Талбазы ауылында асасаҡ. Ул бүлмәне һайлап алған да инде, коммуникацияларға тоташа, плиткалар өсөн форма биреүсе өҫтәлдәр, киптереү камералары һатып алған. Сеймалдың бер өлөшөн эшҡыуар Волгоградтан аласаҡ, ә бер өлөшөн - Башҡортостанда. Резинанан плиткаларға ихтыяж булыр, тип ышанам. Йыл һайын төҙөкләндереү проекттарына Илдус Юлдашев етештергән кеүек тап ошондай хәүефһеҙ япма инә. Эшҡыуарҙың пландары ҙур - ағымдағы йылда бинаны ҡуртымға биреүҙе ҡаплау өсөн муниципаль субсидия алыуға ғариза бирәсәк һәм икенсел сеймал йыйыуҙың тәүге нөктәләрен йәйелдерергә тырышасаҡ. Эшегеҙҙә уңыштар теләйем”, - тип яҙған бизнес-шәриф Айгөл Шәкирова.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға йәлеп итеү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

Фото: Айгөл Шәкирова.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ауырғазы эшҡыуарына үҫешкә юл асыҡ
Ауырғазы эшҡыуарына үҫешкә юл асыҡ
Ауырғазы эшҡыуарына үҫешкә юл асыҡ
Ауырғазы эшҡыуарына үҫешкә юл асыҡ
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: