Милли проекттар
7 Ғинуар 2023, 04:00

Бүздәктәрҙең үҙ фитодизайнеры бар

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте" йүнселдәргә аныҡ ярҙам күрһәтә.

Бүздәктәрҙең үҙ фитодизайнеры барБүздәктәрҙең үҙ фитодизайнеры бар
Бүздәктәрҙең үҙ фитодизайнеры бар

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) буйынса республикала үҙ эшен асҡан йүнселдәргә бар яҡлап ярҙам күрһәтелә.

Бүздәк районынан бизнес-шәриф Салауат Ҡунаҡҡужин хәбәр итеүенсә, Бүздәк ауылында йәшәгән Фиданиә Муллагәрәева үҙ миҫалында хоббиҙың һөнәргә әүерелеүен күрһәткән. Ул профессиональ кимәлдә фитодизайн менән шөғөлләнергә хыялланған. Был - биналарҙы үҫемлектәр менән художестволы биҙәү.

2022 йылдың башында Фиданиә эш эҙләп Мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итә. "Демография" милли проектының "Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү" федераль проекты сиктәрендә ул "Бизнес-планлаштырыу" программаһы буйынса квалификация күтәреү курстарын үтә. Шунан һуң "Интерьерҙы яһалма һәм стабилләштерелгән үҫемлектәр һәм мүк менән йәшелләндереү" тип аталған проект яҙа. Артабан эшлекле ханым Бүздәк районы хакимиәтенә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыу теләге менән мөрәжәғәт итә.

Проектты башлап ебәреү өсөн Фиданиә Муллагәрәеваға оҫтахана асыуға кәрәкле бөтә ҡорамалдарҙы һатып алырға аҡсалата булышлыҡ талап ителә. Республика кимәлендәге барлыҡ ярҙам сараларын өйрәнеп, уға Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән финанс ярҙамы һорарға кәңәш ителә. Бөтә документтарҙы әҙерләп бөткәндән һуң эшҡыуар республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы линияһы буйынса үҙмәшғүллеккә булышлыҡ итеүгә бер тапҡыр бирелә торған түләү алыуға өлгәшә.

Фиданиә оҫтаханаһын шәхси йорто янында асҡан. Заказға ул интерьерҙы йәшелләндерә, яһалма һәм стабилләштерелгән үҫемлектәр, мүк менән фитообъекттар эшләй. Уның хеҙмәтенә тотош республика буйынса ихтыяж ҙур. Коммерция биналары - ресторандар, йәйге террасалар, шулай уҡ шәхси йорттар өсөн интерьерҙарға заказ бирелә. Фиданиә Муллагәрәева, проекттарҙың географияһын, масштабын киңәйтеү маҡсатында, ярҙамға хеҙмәткәр алырға ла уйлай. Хәҙер Бүздәк районында биналарҙы үҫемлектәр менән декоратив биҙәү буйынса үҙ эксперттары булыуына барыһы ла шат.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә һәр кем ҡатнаша ала. Ғаризаларҙы Башҡортостандың инвестиция порталына ебәрергә, шулай уҡ район хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Фото: Бүздәк районы хакимиәте сайты.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Бүздәктәрҙең үҙ фитодизайнеры бар
Бүздәктәрҙең үҙ фитодизайнеры бар
Бүздәктәрҙең үҙ фитодизайнеры бар
Бүздәктәрҙең үҙ фитодизайнеры бар
Автор:Карима Усманова
Читайте нас