Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Ғинуар 2023, 11:00

Балалы ғаиләләрҙе хәстәрләп

"Демография" милли проекты - ауыл халҡы өсөн төп терәк-таяныстарҙың береһе.

Балалы ғаиләләрҙе хәстәрләп
Балалы ғаиләләрҙе хәстәрләп

Былтыр Күгәрсен районында өсөнсө пар игеҙәктәр Яңы йыл байрамы алдынан донъяға килгән. Әлиә менән Марат Хайсаровтар ғаиләһендә оло шатлыҡ: Мирас һәм Мансур улдары янына Кинйә һәм Әминә исемле сабыйҙар өҫтәлгән.

Райондың ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре бәхетле ата-әсәгә балаларҙың тәүге документтарын - тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтарын тапшырған.

Ишле ғаиләләрҙе хәстәрләү буйынса эш “Демография” (национальный проект "Демография") милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә атҡарыла. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған был милли проекттың төп бурысы - тыуым кимәлен арттырыу, ғаиләләрҙең социаль хәлен, йәшәү шарттарын яҡшыртыу, матди йәһәттән дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса комплекслы эш алып барыу. Бындай саралар айырыуса ауылдарҙа йәшәгән халыҡ өсөн әһәмиәтле, уларға булышлыҡты арттырыу маҡсатында урындарҙа социаль учреждениелар булдырыу ҙа "Демография" милли проектында ҙур өҫтөнлөк биләй. 

Фото: Күгәрсен районы ЗАГС-ы.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: