Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Ғинуар 2023, 10:30

Дүрт ауылда - яңы үҙәк

"Смаҡ, Көнсығыш, Һамар-Ивановка һәм Александровка ауылдарында биология, химия, физика кабинеттары яңыртылды".

Дүрт ауылда - яңы үҙәк
Дүрт ауылда - яңы үҙәк

Мәләүез районы ауылдарында “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Үҫеш нөктәһе” программаһы буйынса тәбиғи-фәнни һәм технологик йүнәлештәге дүрт үҙәк асылған.  

"Смаҡ, Көнсығыш, Һамар-Ивановка һәм Александровка ауылдарында “Заманса мәктәп” төбәк проектында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә биология, химия, физика кабинеттары яңыртылды", - тип белдерҙеләр район хакимиәтенән.

Биология, химия һәм физика бүлмәләренә ремонт күптән талап ителгән булған. Мәктәп яңыртылыу менән уҡыусылар өсөн яңы лабораториялар, бүлмәләр асылған, ғилми тәжрибәләр үткәреү өсөн ҡорамалдар алынған.

“Мәғариф” милли проекты икенсе һәм өсөнсө сменала уҡытыуҙы бөтөрөүҙе төп маҡсаттарының береһе итеп ҡуя. Проект ватан белем биреүенең конкуренцияға һәләтлелеген тәьмин итеүгә йүнәтелгән. Был маҡсатҡа ярашлы, мәктәптә уҡытыу сифаты буйынса Рәсәй иң алдынғы ун ил иҫәбенә инергә тейеш. 2019 йылда старт алған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән уңышлы тормошҡа ашырыла.

Фото: bash.news

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: