Республиканың Дәүләт хеҙмәттәре порталында кадастр иҫәбе буйынса өс яңы хеҙмәтләндереү төрө барлыҡҡа килеүе тураһында хәбәр итә төбәк Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Был кадастр, баҙар кадастр хаҡын билдәләү менән бәйле бәхәстәрҙе тикшереү һәм ошоноң буйынса аңлатмалар биреү тураһында мөрәжәғәттәрҙе ҡарауға ҡағыла.
"Дәүләт хеҙмәттәрен электрон рәүештә алыу граждандар менән бизнестың дәүләт ойошмалары араһындағы бәйләнеште күпкә ябайлаштыра", - ти республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.
Барлыҡ өс хеҙмәтте лә Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы күрһәтә.
Был эштәр “Һанлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект "Цифровая экономика") ярҙамында алып барыла. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылып, тармаҡтың көнүҙәк проблемаларын яйға һалыу маҡсатында тормошҡа ашырыла. Милли проект һанлы технологиялар индереүгә, граждандар һәм эшҡыуарҙар тарафынан хеҙмәттәр алыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән.
Фото Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы сайтынан.