Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Ғинуар 2023, 14:15

Китаптар иленә сәйәхәт мауыҡтырғыс булды

Яңы быуын китапханаһы “Экрандағы китаптар” проекты нигеҙендә эшен дауам итә.

Китаптар иленә сәйәхәт мауыҡтырғыс булды
Китаптар иленә сәйәхәт мауыҡтырғыс булды

Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Әсән ауылындағы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы ойошторолған яңы быуын китапханаһы “Экрандағы китаптар” проекты нигеҙендә эшен дауам итә.

Балалар киноһы көнө алдынан китапханала Лазарь Лагиндың “Старик Хоттабыч” әкиәтенең юбилейына арналған ҡыҙыҡлы сара булды.  Уҡыусылар иғтибарына яҙыусының тормошо һәм ижады хаҡында мауыҡтырғыс хикәйә тәҡдим иттеләр.  Яҙыусының биографияһы тураһындағы слайд презентацияһы һәм “Изге китап менән – юлға” китап күргәҙмәһе уның йөкмәткеһен тағы ла байытып ебәрҙе. Китапхана хеҙмәткәрҙәре китап кәштәләренә яҙыусының повестарын һәм хикәйәләрен ҡуйҙы. Сара аҙағында балалар “Старик Хоттабыч” фильм-әкиәтен ҡараны, уның буйынса фекер алышты, ваҡиғаларға һәм геройҙарҙың ҡылыҡтарына баһа бирҙе.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/381458#scroll

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/381458#scroll

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: