Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Дүртөйлө балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге майҙансығы алдында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) нигеҙендә үткән, “Ҡышын ҡоштарға ярҙам ит” район экологик акцияһына йомғаҡ яһалды. Акцияла балалар, ата-әсәләр һәм мәғариф учреждениелары уҡытыусылары ҡатнашты.
Сараны йомғаҡлау тантанаһында ҡатнашыусыларға мәғариф бүлеге начальнигы Нәсимә Ибәтуллина тәбрикләү һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте. Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Нефтекама территориаль комитеты баш белгесе – эксперты Радим Вәлиев ҡышлаусы ҡоштарға ни өсөн ярҙам итеү кәрәклеге хаҡында һөйләне.
“Балаларҙың ҡатмарлы ҡышҡы шарттарҙа ҡоштарҙы хәстәрләргә, уларға ярҙам итергә өйрәнеүе ҡыуаныслы күренеш”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ата-әсәләрҙең береһе.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info/press_releases/381217#scroll
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/381217#scroll