Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Ғинуар 2023, 15:15

Егеттәребеҙ өшөмәһен өсөн...

Акцияның маҡсаты – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар өсөн йөн ойоҡбаш бәйләү.

Егеттәребеҙ өшөмәһен өсөн...
Егеттәребеҙ өшөмәһен өсөн...

Нуриман районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Павловка ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбендәге “Soul” командаһының “Фронт өсөн бәйләйбеҙ” ирекмәнлек башланғысы “Мөмкинлектәр заманы” конкурсында еңеп сыҡты һәм “Ярҙам күрһәтеү һәм ижад итеү бик еңел” проектына ярашлы аҡсалата бүләккә лайыҡ булды.

Йәштәрҙе ирекмәнлеккә йәлеп итеү – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) төп бурыстарының береһе. Был башланғыс Павловкала былтыр 14 ноябрҙә тормошҡа ашырыла башланы. Акцияның маҡсаты – махсус хәрби операция зонаһындағы егеттәр өсөн йөн ойоҡбаш бәйләү.

Ирекмәндәр 20 мең һумға 30 килограмм иләнгән йөн еп һатып ала һәм 60 кешене – ирекмәндәрҙе һәм ҡул эшенә оҫта булған ҡатын-ҡыҙҙарҙы ойоҡбаш бәйләүгә йәлеп итә. Ә I – V класс уҡыусылары яугирҙәргә 200-ҙән ашыу хат яҙа.

Урындағы шәхси эшҡыуар В.А. Маражабов ойоҡбаштарҙы һалып тапшырыу өсөн тоҡсайҙар, тәм-том менән тәьмин иткән. Павловка ирекмәндәренең тырышлығы менән ир-егеттәребеҙ өсөн 180 парҙан ашыу йөн ойоҡбаш бәйләнгән.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/382067#scroll

Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: